«Сулпан» балалар театры» Театр йылын асты

«Сулпан» балалар театры Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылын драматург Сәрүәр Суринаның «Ҡанифа юлы» (реж. З.Сөләймәнов) исемле спектакле менән асты. Тамашаны Сибай ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп, колледж студенттары яратып ҡараны. Спектаклдән һуң тамашасылар менән фекер алышыу булды. Саҡырылған ҡунаҡтар педагогик хеҙмәт ветераны, һәүәҫкәр эҙәрмән Әхмәтов Рәсих Әхмәт улы, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Рамазан Өмөтбаев ис.премия лауреаты Әминә Яхина ҡараған спектакль буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп үттеләр, артистарға, «Ҡанифа юлын» сәхнәгә сығарған ижади төркөмгә рәхмәттәрен еткерҙеләр.

Добавить комментарий