Тамашасылар фекере

«Ҡанифа юлы» спектакле тураһында беҙҙең тамашасылар:
Айгөл Мөхәмәтйәнова 
Иҫ киткес шәп спектакль! Шундай тетрәнеп, илап ҡараныҡ тамашаны. Залда ултырыусылар араһында төрлө йәштәгеләр, төрлө профессиональ ҡатлам вәкилдәре, төрлө райондан килеүселәр бар ине. Сабыйҙар ҙа, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, яҙыусылар, табиптар, хаҡлы ялдағылар һәм башҡалар. Әммә, спектакль барышында улар бер бөтөн булып ойоша алды, бер тауышһыҙ, һушы китеп тамаша ҡылды, бер кем дә битараф ҡалманы. Тимәк, әҫәр үҙ маҡсатына ысын мәғәнәһендә иреште. Ошо сәхнә әҫәрен ижад итеп беҙгә еткергән бар ижади командаға оло рәхмәт! Барғыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән. Уңыштар, яңы ижади үрҙәр, һеҙҙең 
һәр сығышығыҙҙы мөғжизә көткәндәй көтөп ҡалабыҙ! Һәм һәр кемгә был спектаклде мотлаҡ ҡарарға тәҡдим итәбеҙ!
Әминә Яхина 
Шундай фәһемле, башҡорт халҡы тарихына бәйле спектакль тамашасыны битараф ҡалдырманы. Бының өсөн рәхмәтлебеҙ пьеса авторы Сәрүәр Суринаға, ҡуйыусы режиссер яҡташыбыҙ Зиннур Сөләймәновҡа, Сибай концерт- театр берекмәһе коллективына. Театр артистары һәр береһе ролдәрен еренә еткереп, режиссерҙың уй- фекерен халыҡҡа еткереүгә ирешә алды. Шуныһы ҡыуаныслы, тамашасы был спектаклде йылы ҡабул итте, сәхнәнән яңғыраған һәр һүҙ , һәр ым уның күңелен елкендереп, йөрәгенә үтеп инде, бер кемде лә битараф ҡалдырманы. 
Бер нисә йыл элек был театрҙа Урал батыр спектакле ҙур уңыш менән барған ине. Ҡанифа юлы ла бик матур эшләнгән, декорацияһы, костюмдәр биҙәлеше дөрөҫ һайланған. Уҡыусы балалар өсөн был спектакль үҙе тарихты өйрәнеү дәреслеге, ололар ҙа уны бик матур ҡабул итәсәктәр. Сөнки спектакль тыуған илгә ҡарата һөйөү, халыҡ араһында берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй. Был спектаклдә күтәрелгән тема хәҙерге көндә лә бик актуаль. Барығыҙҙы ла был спектаклде ҡарарға саҡырам. Ә артистарға тик уңыштар теләйем!

Добавить комментарий